Совет СП Давлетовский сельсовет МР Абзелиловский район РБ
Без категории · 12 сентября 2026 г.
Башҡортостан оҫталары Ҡазанда үткән «Рәсәй халыҡтарының традицион костюмы» фестивалендә... — 12 сентября 2026 г. в 15:09:04.608
Башҡортостан оҫталары Ҡазанда үткән «Рәсәй халыҡтарының традицион костюмы» фестивалендә сығыш яһаны. Яңауылдан Ләйсән Мөхәмәтйәрова-Һибәтова «Этнографик костюм» номинацияһына биш комплект милли кейем әҙерләп, был коллекцияны үҙе мода күрһәтеүгә сығара. «Аксессуарҙар» номинацияһында ҡалпаҡтар коллекцияһын да тәҡдим итә. «Этнографик костюм» номинацияһында III дәрәжә лауреат була. Һәр яҡтан да оҫта Ләйсәнгә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

