#ППМИ_2026 — 17 февраля 2026 г. в 15:42:21.433
#ППМИ_2026 #Зилаирский_район #Йылайыр_районы #СП_Верхнегалеевский_сельсовет #д_Сидоровка Ауылым ағинәйҙәре милли ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе — шаршауҙы тергеҙеү өҫтөндә эшләйҙәр. "Гәүһәркүл" ағинәйҙәре етәксеһе Таһирова Люциә Ғибәт ҡыҙы шаршау эшләү тәртибе, уны сигеү, орнаменттар менән биҙәү алымдарын күрһәтте. Шаршауға бәйле милли йолалар ҙа булған халҡыбыҙ араһында. Мәҫәлән борон бала ҡыҙылса менән ауырып китһә, уны шаршауға төрөп һалғандар. Ошондай ағинәйҙәр булғанда, милли ҡомартҡылар һаҡланыр, аманат итеп үҫеп килгән быуынға тапшырылыр.

