Ҡотло булһын зөбәржәт туйҙар!!! — 5 марта 2026 г. в 12:27:05.822
Ҡотло булһын зөбәржәт туйҙар!!! Парлы татыу ғаилә – ул йылы усаҡ. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, бер-береһенә таяныс булған кешеләр генә ошо усаҡты һүндермәй йәшәй.Бөгөнгө көндә, ауылыбыҙҙа хөрмәттә, мөхәббәттә, бер-береһен аңлап йәшәүсе парҙар оло хөрмәткә лайыҡ! Быйылғы “Татыу ғаилә –2026 ” йылын ҡаршылап, зөбәржәт туйҙарын – бергә ғүмер итеүҙәренең 55 йыллығын билдәләүсе , бергә матур итеп тиң йәшәгән парҙар – Венера Сәмиғулла ҡыҙы һәм Ишмырҙа Шәмсетдин улы Солтановтар . 55 йыл- кеше ғүмере менән иҫәпләгәндә бик аҙ йылдар үткән кеүек тойолһа ла, парлы үтелгән ғүмер өсөн илле биш бик оҙон йылдар! Хөрмәтле юбилярҙар! Һеҙгә Аллаһы Тәғәлә оҙон, тигеҙ бәхетле тиң ғүмер йәшәргә насип итһен!. Ә ,үҙебеҙгә , бөгөнгө юбилярҙарға ҡарап, бер беребеҙҙе ҡәҙерләргә, һаҡларға, ихтирам итергә өйрәнергә кәрәк. Ысынлап та, улар бик күптәргә өлгө булып, бик татыу балалар үҫтереп, бер -береһенә терәк, кәрәк булып, бер- береһенә йән йылыһын биреп, бар ауырлыҡтарҙы-шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, бер бөтөн булып йәшәгән пар!

