🐀 Баҡса ялы рәхәтлеге – бында түтәлдәр ҙә, саф һауа ла, кимереүселәр ҙә…. Улар арҡаһын... — 2 апреля 2026 г. в 10:57:28.409
🐀 Баҡса ялы рәхәтлеге – бында түтәлдәр ҙә, саф һауа ла, кимереүселәр ҙә…. Улар арҡаһында йыл да баҡса ялын яратҡандарҙың береһе «сысҡан биҙгәге» н йоҡтороп дауаханаға эләгә. ➡️Халыҡта — «сысҡан», ә рәсми телдә — бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк (ГЛПС). 🌿Сирҙе ирлән ғаиләһенә ҡараған сысҡандар һәм башҡа кимереүселәр, Башҡортостанда башлыса — ерән ҡыр сысҡандары тарата. Вирустар йәнлек бүлендектәре менән тирә-яҡ мөхиткә эләгә, уларҙың тәпәйҙәрендә ҡала, һуңынан оҙаҡ ваҡытҡа саңда ҡала. 🦠Йоҡтороу — һауа-тамсы йәки һауа-туҙан ысулы менән (вирус үпкәгә өҫкө тын юлдары аша үтеп инә), яралар һәм лайлалы тире йәки термик эшкәртелмәгән зарарлы һыу һәм аҙыҡ аша. 🌡ГЛПС билдәләре сир башланған мәлдә киҫкен вирус-респиратор ауырыу һәм гриппты хәтерләтә — тән температураһы 38-40 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡалтырандыра, баш ауырта, тән һыҙлай, бит, муйын һәм кәүҙәнең өҫкө өлөшө ҡыҙара. ⬇️ГЛПС-ҡа ҡаршы вакцина юҡ, шуға күрә иң мөһиме — иҫкәртеү: ✓ баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә яҙлы-көҙлө дератизация үткәрегеҙ; ✓ үҙ участкағыҙҙа кимереүселәр менән көрәшегеҙ; ✓ миҙгел асыр алдынан баҡса йортоғоҙҙо елләтегеҙ һәм дезинфекция саралары ҡулланып йыйыштырығыҙ, һауыт-һабаны йыуып, ҡайнар һыу менән эшкәртегеҙ; ✓ сүп-сарҙы ваҡытында ташлағыҙ — унда кимереүселәр йәшәүе мөмкин; ✓ һепереү урынына иҙәнде 3 процентлы хлорамин ҡатнашмаһы менән йыуып сығарығыҙ (шулай уҡ һауыт-һабаны эшкәртергә мөмкин); ✓ гигиена үтәгеҙ, саң менән эшләгәндә битлек һәм бирсәткә кейегеҙ; ✓ һыуҙы ҡайнатып эсегеҙ; ✓ аҙыҡ-түлекте кимереүселәр үтә алмаҫлыҡ ҡапҡаслы банкаларҙа һаҡлағыҙ; ✓ кимереүселәр ҡағылған йәки бысратҡан аҙыҡ-түлекте ашау ҡәтғи тыйыла; ✓ урманда йәки участкала һауыт-һабаны үләнгә һәм түмәрҙәрҙә ҡуймағыҙ – махсус япма ҡулланығыҙ, ә төнгөлөккә аҙыҡты муҡсаларға һалып ағасҡа аҫып ҡуйығыҙ. 👨🏻⚕️Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығына иғтибарлы булығыҙ. Тәү билдәләр тойоу менән медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ.

