Болоттар таралһын, ямғыр яумаһын өсөн уҡыла торған доға — 12 июля 2026 г. в 05:13:43.488
Болоттар таралһын, ямғыр яумаһын өсөн уҡыла торған доға Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, ошондай доға ҡыла торған булған: للّهُمَّ حَوالَيْنا وَلا عَلَيْـنا، اللّهُمَّ عَلى الآكـامِ وَالظِّـراب، وَبُطـونِ الأوْدِية، وَمَنـابِتِ الشَّجـر "Аллааһүммә хәүәләйнә үә лә ғәләйнә, Аллааһүммә, ғәләл-әәкәми үәҙ-ҙыраб, үә бутууниль- әудийәти үә мәнәбитиш-шәджәр". Мәғәнәһе: Эй, Аллаһ, беҙҙең тирәлә беҙҙең өҫтә түгел. Эй, Аллаһ, үрҙәргә (ҡалҡыулыҡтарға) һәм тау баштарына, үҙәндәргә һәм ағас үҫкән ерҙәргә болоттарҙы илт.

