Бөгөн – йомадиәл әүүәл айының беренсе көнө. Йомадиәл әүүәл (جمادى الأول) – һижри тәҡүим...
Бөгөн – йомадиәл әүүәл айының беренсе көнө. Йомадиәл әүүәл (جمادى الأول) – һижри тәҡүим (ғәр. الـتـقـويم الـهـجـري әт-тәҡүимүл-һижри) буйынса, йәғни һижри иҫәп менән йылдың бишенсе айы. Исламды ҡабул иткәнгә тиклем ғәрәптәр был айҙы «йомадиәл хәмсә», йәғни «бишенсе» тип атағандар. Килеп сығышы яғынан «йомадиәл» һүҙе ғәрәп теленәндәге «ҡатыу», «туңыу» тигән һүҙҙәр менән тамырҙаш һәм «боҙланыу, боҙ менән ҡапланыу» тигәнде аңлата. Был ҡышҡы ай булған...