Өфөлә «Самауырлы Ритайым» йәштәр проектына рәсми статус бирелде
Өфөлә «Самауырлы Ритайым» йәштәр проектына рәсми статус бирелде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә ойоштороусыларға документтар әҙерләүҙә, хоҡуҡ һаҡлау һәм медицина хеҙмәттәре менән үҙ-ара эш итеүҙә, шулай уҡ майҙансыҡты һаҡлау һәм контролдә тотоуҙа булышлыҡ итергә ҡушты. — «Ритайым» — беҙҙең проекттың исеме генә түгел. Ул беҙҙе йәштәрҙең тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйләп тороусы тере еп, — тип һөйләне ойоштороусылар. — Беҙҙең ата-әсәләр йәш саҡта уҡ «халыҡ күңел асыуҙарына» — «пятачокка» сыҡҡандар, унда башҡорт йырҙарын йырлағандар, бейегәндәр, танышҡандар һәм дуҫлашҡандар. Ойоштороусылар аңлатыуынса, «Самауырлы Ритайым» — мәңгелек идеяның яңы, заманса формаһында дауамы. Ете йыл эсендә бәләкәй дуҫтарса осрашыуҙарҙан алып күп меңле халыҡ байрамдарына тиклем юл үтелгән. Иҫәпләүҙәр буйынса, «Самауырлы Ритайым»да 50-нән ашыу йәш ғаилә барлыҡҡа килгән.