СӘЙӘХӘТ ИТЕРГӘ ТЕЛӘҮСЕ ОЛО ЙӘШТӘГЕЛӘР ӨСӨН
СӘЙӘХӘТ ИТЕРГӘ ТЕЛӘҮСЕ ОЛО ЙӘШТӘГЕЛӘР ӨСӨН ✅Өлкән быуын граждандары өсөн экскурсиялар Башҡортостанда 2020 йылдың 9 сентябренән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты эшләп килә. ❗Ул әүҙем өлкән быуын граждандарына, йәғни 55 йәштән өлкән пенсионерҙарға иҫәпләнгән. Проект ҡатнашыусыларға Башҡортостандың тәбиғәт ынйыларын, мәҙәни мираҫтарын, шулай уҡ тыуған яҡтың төрлө иҫтәлекле урындарын күрһәтеү, улар хаҡында һөйләүҙе күҙ уңында тота. Программа буйынса 1 көн эсендә экскурсияла ҡатнашыусылар йәйәү йә автобуста республиканың музейҙары, дини урындары, усадьбалары буйлап сәйәхәт ҡыла ала. Бының өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф/ сайтына инеп теркәлергә һәм үҙеңә оҡшаған турҙы һайларға кәрәк. ✅Тиҙҙән - 22 октябрь көнө Әбйәлил районының иҫтәлекле урындарына барыу күҙҙаллана. ⚡Туристик сәфәр буйынса район хакимиәтенә - Гөлназ Айҙар ҡыҙы Исхаҡоваға (11-се кабинет) мөрәжәғәт итергә. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8347-55-3-52-25, 8996-840-50-76.