Фронттан идара итеүгә — 1 июля 2026 г. в 15:39:53.857
Фронттан идара итеүгә Өфөнән Сергей Постовалов – МХО геройы. 2025 йылдың мартында ул «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһына ғариза бирә һәм финалға барып етә. Уҡыу барышында яугир проект менән идара итеү һәм төп идарасылыҡ күнекмәләрен үҙләштерә. 📌 «Башҡортостан геройҙары» программаһы Радий Хәбировтың башланғысы менән старт алды. Проект МХО ҡатнашыусылары араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләй. Был «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы. #БашҡортостанГеройҙары

