Йәштәргә ярҙам итеүҙе, уларҙы үҫтереүҙе маҡсат итеп алған Бөрйән йәштәре берлеге ағзала... — 30 июня 2026 г. в 10:50:50.714
Йәштәргә ярҙам итеүҙе, уларҙы үҫтереүҙе маҡсат итеп алған Бөрйән йәштәре берлеге ағзалары, эвент-креатор Вилиә Ибәтуллина һәм рәйес ярҙамсыһы Илгизә Йәһүҙина - тырыш, үҙ алдына ҡыйыу маҡсаттар ҡуя белгән, төрлө саралар уртаһында ҡайнаған ҡыҙҙар. Вилиә Ибәтуллина Нәби ауылында тыуып-үҫкән. Өфө сәнғәт училищеһының 1-се курсын тамамлаған тырыш ҡыҙҙың был уҡыу йортон һайлауы бер ҙә осраҡлы түгел. Вилиә бала сағынан сәнғәт һәм мәҙәниәт донъяһында ҡайнап үҫкәнгә күрә, уҡырға инеү уға бер ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған. Киләсәктә артист, уҡытыусы, музыкант һөнәренә эйә буласаҡ Вилиә башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡылҡумыҙҙа уйнай, уҡыуҙан тыш, бейеү менән шөғөлләнә, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай. Командалағы әүҙем йәштәрҙең береһе 17 йәшлек Илгизә Йәһүҙина Өфө медицина колледжының 1-се курсын тамамлаған. Бала саҡтан медицина менән ҡыҙыҡһынған Әбделмәмбәт һылыуы киләсәктә шәфҡәт туташы буласаҡ. Илгизә бейергә ярата, спорт менән шөғөлләнә, волейбол, еңел атлетика, теннис буйынса ярыштарҙа ҡатнаша.

