Мобиль ветеринар амбулатория ауылдарға сыға
Мобиль ветеринар амбулатория ауылдарға сыға Район ветеринар станцияһының күсмә ветамбулаторияһы 15 июлдә Байназар ауылында эшләйәсәк. Унда эттәргә һәм бесәйҙәргә кастрация, стерилләштереү эшләтергә мөмкин. Хеҙмәттәр түләүле (прейскурант буйынса). Алдан яҙылырға мөмкин. Ҡабул итеү: Байназар ауылының ветеринария участкаһында - С.Юлаев урамы, 58 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана. Яҙылыу өсөн телефондар: 3-20-11 йәки 3-55-65.