МАХ платформаһының төбәк сервистары менән файҙаланыусылар республикала артҡандан-арта — 24 июля 2026 г. в 05:06:35.386
МАХ платформаһының төбәк сервистары менән файҙаланыусылар республикала артҡандан-арта "Макс хәҙер яҡындар һәм коллегалар менән аралашыу ысулы ғына түгел, ә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыу, шәхесте, йәште раҫлау һәм хатта дәүләт асҡысы ярҙамында электрон документтарға ҡул ҡуйыу өсөн универсаль платформаға әйләнде. Халыҡтың әүҙемлеге арта барыуын күрәбеҙ - мессенджерҙа власть органдарының һәм учреждениеларҙың дәүләт мәғлүмәт каналдарының дөйөм аудиторияһы 500 меңдән ашып китте, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Макста иң популяр төбәк сервистары: Запись на прием к врачу МФЦ Республики Башкортостан Elschool Башкортостан Молочная кухня ГУП РБ «Уфаводоканал» Макстағы был дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр, белешмә, мәғлүмәт алыу мөмкинлеген биргән чат-боттар рәүешендәге электрон сервистарҙы үҫтереү “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы трансформациялау” милли проекты (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства»)маҡсаттарына тап килә. Сығанаҡ: БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.

