#Хужабикәгә — 7 сентября 2026 г. в 12:31:01.031
#Хужабикәгә 🍎🍏Алманан тәмле генә бәлеш бешерәйек Ҡамыр өсөн: ярты ҡап аҡ май, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, 0,5 сәй ҡалағы соданы уксуста һүндерәбеҙ, 2 стакан он. Быларҙың барыһын да бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ ҙа, әҙер ҡамырҙы эслек әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслек: алмаларҙы турайбыҙ, бер аҙ корица ҡушһағыҙ ҙа була. Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, 2 киҫәккә бүләбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөн йәйеп майланған табаның төбөнә һалабыҙ, шуның өҫтөнә алмалар теҙәбеҙ, улар өҫтөнә бер аҙ он йәки крахмал (һуты ағып сыҡмаһын өсөн) һәм шәкәр һибәбеҙ. Ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп, алмалар өҫтөнә һалабыҙ һәм бәлеште матурлап бөрөп сығабыҙ. Бәлештең өҫтөн майлап, 180 градусҡа духовкаға тығабыҙ һәм 30-40 минут самаһы бешерәбеҙ. Табынға йылы килеш тә һалҡын килеш бирергә мөмкин. Ә һеҙ алманан ниндәй ризыҡ бешерәһегеҙ? Үҙегеҙҙең рецепт менән дә бүлешегеҙ🥮 Беҙҙең Мах каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/tan_gazite

