Ял көндәренән һуң яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хәлдәр нисек? — 27 июля 2026 г. в 12:21:56.774
Ял көндәренән һуң яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хәлдәр нисек? "Башҡортостанда оператив штаб ялһыҙ эшләне. Ситуация ҡатмарлы, әммә контролдә тотолдо. Бынан тыш, көндәр эҫе булды, райондарға һәм Өфөгә йөкләмәне дөрөҫ бүлергә кәрәк ине. Ҙур нефть компаниялары властарға был эштә ярҙам итте. "Ҡыҙыл зоналар" ҙа булды, өҫтәүенә шәмбелә "Пилотһыҙ хәүеф" режимы иғлан ителде. 22 муниципалитетта ашығыс хеҙмәттәр өсөн генә яғыулыҡ ҡалды. Һуңынан уларҙың һаны 10 районға тиклем кәмене. Өфөлә сираттарҙа 300-ҙән ашыу машина күҙәтелде, үткән ял көндәрендә улар меңдән ашыу ине", - тип яуап бирҙе БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин. Яғыулыҡ мәсьәләһенә ҡағылған башҡа һорауҙарға яуапты бөгөн тура эфирҙа барған брифинг яҙмаһында ҡарағыҙ

