Ир кешенең ғаиләһенә алып ҡайтҡан аҡсаһы ла – саҙаҡа — 5 августа 2026 г. в 17:54:24.339
Ир кешенең ғаиләһенә алып ҡайтҡан аҡсаһы ла – саҙаҡа Тик ул саҙаҡа булып яҙылһын өсөн иртән эшкә сығып киткәндә ошо һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк. Ир кеше: «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ғаиләмде тәьмин итергә аҡса эшләргә ниәт иттем», – тип әйтеп, аҡса эшләргә йөрөһә генә уның тир түгеп эшләгән аҡсаһы саҙаҡа булып иҫәпләнә. Ҡатыныңа аҡса биргәндә лә: «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн» тип бирергә кәрәк. Әгәр ҙә был һүҙҙәрҙе әйтмәһә, ҡатынына биргән аҡсаһы саҙаҡа булып иҫәпләнмәй. Ир-егеттәр аҡса эшләүен дә шулай саҙаҡа итә ала. Ә Аллаһы Тәғәлә ризалығына ирешеү өсөн бирелгән саҙаҡа был донъяла бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалай, мал-мөлкәтебеҙҙе арттыра. ✅"Таң" гәзитенең МАХ каналына яҙылығыҙ https://max.ru/tan_gazite

