Башҡортостанда «ИнформУИК»проекты старт алды. — 20 августа 2026 г. в 12:24:51.261
Башҡортостанда «ИнформУИК»проекты старт алды. 2026 йылдың 20 авгусынан 6 сентябренә тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары халыҡҡа түбәндәгеләрҙе һөйләйәсәк: • тауыш биреү ваҡыты һәм формалары; • һайлау участкалары адрестары; • өйҙә йәки урында тауыш биреү мөмкинлеге тураһында. «ИнформУИК» вәкилен нисек танырға? Уның фирма бейсболкаһы һәм сумкаһы, һайлау логотибы менән мәғлүмәт материалдары, таныҡлығы һәм паспорты буласаҡ. Видеояҙманы ҡарағыҙ һәм иғтибарлы булығыҙ.

