Башҡортостан: аҙнаның мөһим ваҡиғалары
Башҡортостан: аҙнаның мөһим ваҡиғалары ✅Абхазия президенты Бадра Гунба Өфөлә булды. 8 сентябрҙә Ул Вуз-ара кампуста, ЦУР-ҙа булды, бизнес-берләшмә менән осрашты һәм Радий Хәбиров менән туризм, сауҙа һәм логистиканы үҫтереү буйынса фекер алышты. ✅Башҡортостанда өс моделле китапхана асылды - Талбазыла, Асҡында һәм Ямашта. Уларҙы «Ғаилә» (нацпроект “Семья”) милли проекты буйынса яңыртҡандар. ✅Башҡортостан аграрийҙары 2,7 миллион тоннанан ашыу иген һуғып алған. 7 сентябргә яҡынса 970 мең гектар иген йыйып алынған. ✅«ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты тамамланды. 28 августан 9 сентябргә тиклем унда 40 команданан 300-ҙән ашыу студент ҡатнашты. Улар Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм 13 сит илдән сығыш яһаны. ✅Янғын хәүефе юғары булыу сәбәпле, республикала 28 сентябргә тиклем урмандарға барыу сикләнде. Саралар Әбйәлил, Әүжән, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Инйәр, Ҡана, Күгәрсен, Тирлән, Учалы һәм Хәйбулла урмансылыҡтары биләмәләренә ҡағыла. ✅Адмирал Федор Ушаковтың бюсы Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге Полярсылар музейы янында ҡуйылды. Асыу флот етәксеһе тыуыуына 280 йыл тулыуға арнала. ✅Башҡортостанда йәштәр өсөн «Тел мөхите» беренсе форумы үтте. Төрлө муниципалитеттарҙан 100 уҡыусы блогинг һәм башҡорт телендә контент булдырыу менән шөғөлләнде, халыҡ алдында сығыш яһаны. ✅11 сентябрҙә Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнде. Байрам рәсми рәүештә 2020 Йылда Радий Хәбировтың Указы менән булдырылды һәм йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ үткәрелә. Ҡала һәм райондарҙа мәҙәни саралар, флешмобтар һәм социаль селтәрҙәрҙә акциялар үтте. ✅Өфөлә спорт көрәше буйынса Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһының финал этабы үтте. Көрәш Һарайында 50 төбәктән 300-ҙән ашыу спортсы сығыш яһаны. ✅Өфөлә «Ватан көсө» форумы «Атайсал» проектының 1000-дән ашыу ҡатнашыусыһын йыйҙы. Майҙансыҡтарҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, яҡташтар ойошмаларын үҫтереү, телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау, шулай уҡ йәштәр башланғыстары тикшерелде.