❓Түләүҙәр өҙлөкһөҙ килһен өсөн берҙәм ярҙамды ҡасан оҙайтырға - Башҡортостан буйынса Со...
❓Түләүҙәр өҙлөкһөҙ килһен өсөн берҙәм ярҙамды ҡасан оҙайтырға - Башҡортостан буйынса Социаль фонд бүлексәһе белгестәре аңлатты Ярҙамды ғәҙәттәгесә түләүҙе дауам итһендәр өсөн, уны ғәмәлдәге осорҙоң һуңғы айында оҙайтырға кәрәк. Ғариза раҫланған осраҡта, ғаилә күнеккән түләүҙәр графигы һаҡлана. Кәңәш. Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетта йәки Рәсәй Социаль фонды белдереүендә түләү осоро тамамланған көндө тикшерегеҙ һәм һуңғы айға иҫкәртмә ҡуйығыҙ. Шул рәүешле яңынан ғариза биреү ваҡытын үткәрмәҫһегеҙ. Документтарҙы һуңыраҡ тапшырһаң, түләүҙәр мөрәжәғәт иткән айҙан ғына тәғәйенләнә. Тәүге аҡса раҫлағандан һуң 5 эш көнө эсендә күсерелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, берҙәм ярҙам - ул "Ғаилә" милли проекты сиктәрендәге килеме түбән ғаиләләргә социаль ярҙам сараһы. Уны 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәм медицина ойошмаларында иртә иҫәпкә торған йөклө ҡатындар ала. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре, Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәтендә йәки Күп функциялы үҙәктә яҙырға була. Өҫтәлмә һорауҙар булһа: 8 (800) 100-00-01