Иртәгә - Милли кейем көнө
Иртәгә - Милли кейем көнө 2020 йылдан алып апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан иртәгә, 11 сентябрҙә, район учреждениеларында милли кейемгә, уның тарихына, символикаға, йолаларға арналған тематик дәрестәр, күргәҙмәләр, йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар үткәреү ҡаралған. Йыл да төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре "Эшкә милли кейемдә" акцияһына ихлас ҡушыла. Иртәгә лә был көн сағыу, матур, милли колоритта үтеренә шик юҡ. ✅Фотоларығыҙҙы социаль селтәрҙәргә ҡуйғанда #ДеньнациональногокостюмаБурзян #Милли_кейем_көнө хештегтарын ҡуйырға онотмағыҙ!