📌 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим ҡарарҙар
📌 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим ҡарарҙар 🔹Радий Хәбиров ҡыҙының фажиғәле үлеме менән бәйле Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең элекке етәксеһе Александр Сидякиндың ҡайғыһын уртаҡлашты. 🔹Асҡын, Ауырғазы һәм Балаҡатай райондарында өс моделле китапхана асылды. Төбәк етәксеһе «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән учреждениелар эшенә видеоэлемтә аша старт бирҙе. Һуңғы биш йылда республикала яңы форматтағы 22 китапхана асылған. 🔹Башҡортостанда 148 учреждениела МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн түләүһеҙ нигеҙҙә спорт күнекмәләре үткәрелә. Радий Хәбиров муниципалитеттар башлыҡтарына – яугирҙар өсөн спорт менән шөғөлләнеү ваҡытын һәм урындарын билдәләргә, ә төбәк Хөкүмәтенә һанлы платформа булдырырға ҡушты. 🔹2026 йылда Башҡортостанда һигеҙ муниципалитеттағы 55 баҡса ширҡәтенә юлдар тәртипкә килтерелә. Өфөлә, Нефтекамала, Иглин һәм Кушнаренко райондарындағы биш объектта эштәр тамамланған да инде. Ҡалған туғыҙ объект 40-90 процентҡа әҙер. 🔹Радий Хәбиров Нефтекамск ҡала округының Әмзә ауылындағы янғында өс баланың һәләк булыу сәбәптәрен асыҡларға ҡушты. «Хакимиәт нимә менән шөғөлләнгән, был ғаиләлә кемдәр булған, ғөмүмән, яуаплы кешеләр эшләгәнме-юҡмы – миңә еткерегеҙ. Был фажиғә барыбыҙға ла һабаҡ булырға тейеш», – тине республика Башлығы. 🔹Октябрьскийҙа спорт менән шөғөлләнеү һәм ял итеү өсөн күп функциялы үҙәк төҙөлә. Проект 50 метрлыҡ йөҙөү бассейнын, термаль СПА-комплексты, универсаль спорт залдарын, шулай уҡ 84 номерлы ҡунаҡхананы үҙ эсенә ала. Бассейнды 2027 йылда асырға планлаштыралар. 🔹«Геосаҡырыу» халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд теркәлгән. Ярыштар «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә дүртенсе тапҡыр, 28 августан 9 сентябргә тиклем Шишмә районының «Патриот» паркында үтә. Чемпионатта 40 команда көс һынаша. 🔹Радий Хәбиров Өфөнөң Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы мәктәбендә ремонт эштәрен тамамлауға бер ай ваҡыт бирҙе. «Мин унда 1 сентябрҙә булдым. Ремонтты тамамлауҙы, эшләнмәгән урындарҙы аҙағына еткереүҙе һорайым. Бер ай яҡшы срок, минеңсә, өлгөрөрһөгөҙ», – тине төбәк етәксеһе. 🔹«Сәләмәтлек поездары» был аҙнала республика райондары буйлап эшен тамамлай. Апрелдән 4 сентябргә тиклем табиптар 401 тораҡ пунктта 179 573 тикшереү үткәргән. 7-13 сентябрҙә күсмә медицина комплекстары Хәйбулла, Салауат, Дыуан, Бөрө һәм Шаран райондарында була.