📚 Башҡорт телен яҡшы беләһегеҙме? Үҙегеҙҙе олимпиадала һынап ҡарағыҙ!
📚 Башҡорт телен яҡшы беләһегеҙме? Үҙегеҙҙе олимпиадала һынап ҡарағыҙ! 📌5–7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн-олимпиада үтә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн 5 октябрҙә теркәлергә кәрәк https://basholimpiada.ru/register/ ✅Өс йүнәлеш буйынса ҡатнашырға була: 🔹 башҡорт телен өйрәнә башлаусыларға; 🔹 телдә иркен аралашыусыларға; 🔹 башҡорт теленең диалекттары. Һәр тестҡа 45 минут бирелә, иң юғары һөҙөмтә — 100 балл. Ҡатнашыусыларға сертификат бирелә. Әҙерләнеү өсөн тел һәм әҙәбиәт буйынса методик тәҡдимдәр менән файҙаланырға була.