Тары бутҡаһы
Тары бутҡаһы иң боронғо һәм түбән баһаланған ризыҡтарҙың береһе. Әммә уның файҙалы яҡтары бик күп. Уның тураһында бер нисә факт: Глютенһыҙ булыуы - тары ярмаһының төп үҙенсәлеге. Бойҙай ярмаһынан айырмалы рәүештә, ул целиакия (глютенды үҙләштерә алмау) менән яфаланыусылар өсөн тулыһынса хәүефһеҙ. Тары магнийға бай. Был микроэлемент ҡан тамырҙарын йомшартырға, ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, мигрень өйәнәктәренең йышлығын кәметә. Составында В3 (ниацин) витаминының юғары булыуы холестерин кимәлен түбәнәйтә һәм һимереү процесын тотҡарлай. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ауырлы ҡатындарҙың һәм бәләкәй балаларҙың тары бутҡаһын даими ашауы балала астма үҫешеү хәүефен 50 процентҡа тиерлек кәметә. Бутҡаның еңелсә бәүелде ҡыуҙырыу һәм тирләтеү тәьҫире бар, шуға ла халыҡ медицинаһында уны шешенеүҙәрҙе бөтөрөү өсөн быуаттар дауамында ҡулланғандар. «Ҡояшлы» ярма. Әгәр тарыны дөрөҫ һаҡламаһаң йәки оҙаҡ тотһаң (9 айҙан ашыу), ярма әсей башлай. Был тәмде бөтөрөү өсөн, бешерер алдынан тарыны һыу тулыһынса үтә күренмәле булғансы һалҡын һыуҙа йыуырға, шунан һуң өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 15-20 минут тоторға кәрәк. Юғары туҡлыҡлы булыуы, оҙаҡ асыҡтырмауы һәм һаҡлаған ваҡытта боҙолмауы арҡаһында тары бутҡаһы совет һәм Рәсәй космонавтарының рационына индерелгән. Борон замандарҙа тары бутҡаһы «байрам ашы» тип һаналған. Төҫө алтынға оҡшағанға, шундай ырым булған: әгәр өҫтәлдә тары бутҡаһы торһа, йортта муллыҡ-туҡлыҡ булыр. Тары бутҡаһы универсаль. Ул татлы ла (ҡабаҡ, бал, кипкән емештәр менән), шәкәрһеҙ ҙә була ала — ит, ҡош итенә гарнир сифатында. Бутҡа һөтлө лә, итле лә һурпала тәмле, үҙенсәлекле килеп сығасаҡ. Ә һеҙ тары бутҡаһын яратағыҙмы? "Тәмле табын" төркөмөнән.