Башҡортостандың Ғаилә порталында 994 ойошма тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә 100 процентҡа ти...
Башҡортостандың Ғаилә порталында 994 ойошма тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә 100 процентҡа тиклем ташламалар тәҡдим итә! Кейем, мебель һәм аҙыҡ-түлекте отошло хаҡҡа һатып алырға теләйһегеҙме? Музейға барырға йәки баланы түңәрәккә яҙҙырырға? Порталда аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, етем балалар, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ғаиләләр өсөн махсус тәҡдимдәр бар. 👉 Башҡортостандың Ғаилә порталына инегеҙ: vk.cc/c721zK Категория йәки районды һайлау етә – интерактив карта кәрәкле тәҡдимдәрҙе күрһәтәсәк. Һәр акцияның шарты менән ойошманың карточкаһында танышырға мөмкин. Балалар өсөн тауарҙар һатҡан йәки балалы ғаиләләр өсөн хеҙмәт күрһәткән республика ойошмалары үҙҙәренең акцияларын һәм ташламаларын ошо һылтанма буйынса өҫтәй ала: vk.cc/cpZEpo Ярҙам «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә күрһәтелә. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан