68 йыл бергә йәшәгән Алтынбаевтар тауыш бирҙе ❤️
68 йыл бергә йәшәгән Алтынбаевтар тауыш бирҙе ❤️ Байназар ауылында йәшәүсе һоҡланғыс пар, матур, үрнәкле ғаилә - Ғәйнетдин һәм Бибинур Алтынбаевтар Дәүләт Думаһы депутаттарын өйҙә һайланы. Ғәйнетдин бабайға - 94, Бибинур инәйгә 88 йәш. Улар 8 балаға - 3 ул һәм 5 ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Бөгөнгө көндә улар балалары, ейән-ейәнсәрҙәре иғтибарында бәхетле ҡартлыҡтарын кисерә. Артабан да оҙаҡ йылдар шулай бергә йәшәргә яҙһын уларға! #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026