Хөрмәтле атайҙар! Барығыҙҙы ла Атайҙар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Хөрмәтле атайҙар! Барығыҙҙы ла Атайҙар көнө менән ихлас ҡотлайым! Атай – беҙҙең таяныс, тәрбиәсе, ҙур юлға аяҡ баҫтырыусыбыҙ. Ғаиләлә атаһының абруйын күреп, уның ышанысын һәм һөйөүен тойоп үҫкән бала ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡас та, юғалып ҡалмай, үҙ көсөнә ышанып, киләсәккә өмөт менән ҡарай. Атайҙар ышаныслы ғаилә башлығы, тоғро ил һаҡсылары, оло быуындың ныҡлы терәге булып торалар. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен әлеге көндө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир – егеттәргә - атайҙарға еткерәм. Районыбыҙҙың барлыҡ атайҙарын ошо матур байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм эштәрендә ҙур уңыштар теләйем!