✅Тәмле лә, файҙалы ла 5 минутлыҡ иртәнге аш
✅Тәмле лә, файҙалы ла 5 минутлыҡ иртәнге аш Ләүәш 2 түңәрәк, Йомортҡа - 4, Татлы борос йәки помидор - 1, Һуған - 1 бәләкәй, Тоҙ Сыр Табаны майлайбыҙ һәм лаваштан ҡырҡып алынған түңәрәкте һалабыҙ. Дүрт йомортҡаны туғып, тоҙ һалабыҙ. Өҫтөнә ваҡ итеп туралған татлы борос йәки помидор, һуған һәм сыр һибәбеҙ. Һуңғыһын мөмкин тиклем күберәк һалырға. Икенсе ләүәш түңәрәге менән ябып, ҡапҡасын ябып, 3 минут табала ҡыҙҙырабыҙ. Аҫтын-өҫкә әйләндереп, өҫтөнә тағы сыр һибәбеҙ һәм тағы ике минут самаһы бешерәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын 🤗