Бөгөн район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов эш сәфәре менән Байназ...
Бөгөн район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов эш сәфәре менән Байназар ауылында булды. Ул 2023 йылда ауыл ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Фәниә Яҡшыбаеваның инициативаһы менән булдырылған “Изгелек” ирекмәндәр төркөмө менән осрашты. "Бөгөнгө көндә “Изгелек” төркөмө әүҙем эшләй: маскировка селтәрҙәре, ойоҡтар, 3 бармаҡлы бирсәткәләр бәйләйҙәр, блиндаж шәмдәре эшләйҙәр, шәхси гигиена әйберҙәре, башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алып ебәрәләр. Был ярҙам — ябай ярҙам ғына түгел, ул — һәр береһенең йөрәгенән сыҡҡан изгелек, ихласлыҡ. Рәхмәт һеҙгә! Форсаттан файҙаланып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәткән һәр кемгә оло рәхмәтемде еткерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрегеҙҙә тик уңыштар теләйем. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!" - тине Айнур Миңлеғәле улы.