📌 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим ҡарарҙар
📌 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим ҡарарҙар ➖ Башҡортостандың яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сикләүҙәр рәсми рәүештә бөтөрөлдө. Яғыулыҡ баҙарында хәл тотороҡлана, шуға күрә водителдәргә яғыулыҡты канистрҙарға һәм башҡа төрлө һауыттарға теләгән күләмдә ебәрергә рөхсәт ителә. ➖ Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. «Һеҙҙең өҫтә – властың барлыҡ тармаҡтарының үҙ-ара килешеп эш итеүе, Хакимиәттең һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү, күп һанлы ижтимағи-сәйәси процестарҙы координациялау», – тине төбәк етәксеһе, был хаҡта хәбәр итеп. ➖ Радий Хәбиров республикала вейптарҙы тулыһынса тыйыу һәм ҡәтғи сикләүҙәр был бизнесты күләгә секторына алып китәсәк тигән фекерен белдерҙе. Яуаплы ведомстволарға электрон тәмәке һатыуҙы сикләү мәсьәләһен тикшерергә һәм дәлилләнгән ҡарар тураһында хәбәр итергә ҡушты; ➖ «Алға» махсус иҡтисади зонаһы Рәсәйҙең иң һөҙөмтәле биш сәнәғәт зонаһы исемлегенә инде. Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы майҙансыҡтың юғары инвестиция йәлеп итеү кимәлен билдәләне. Һөҙөмтәләр Мәскәүҙә IV Халыҡ-ара махсус иҡтисади зоналар форумында иғлан ителде; ➖ Башҡортостандан иретеп йәбештереүсе Ринат Изикаев Рәсәй командаһы составында Ҡытайҙа үткән Халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы. Радий Хәбиров уға «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы. Эшсе наградаға юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булды; ➖ Республика Башлығы Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы етәксеһе менән таныштырҙы. Сираттан тыш конференция йомғаҡтары буйынса ойошма рәйесе итеп Юрий Мельников һайланды. Ойошманың потенциалы бик юғары, уға яңы һулыш бирерһегеҙ, тип ышанысын белдерҙе республика етәксеһе; ➖ Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә үтә. Уны БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдарында, «Юлдаш» радиоһы эфирында һәм республика етәксеһенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға һәм тыңларға мөмкин. Һорауҙарҙы оҙаҡламай ҡабул итә башлаясаҡтар; ➖ Төбәк етәксеһе Үзбәкстанға эш сәфәре барышында Йозеф Ласселсбергер саҡырыуы буйынса компания заводында булды, яҡтар беҙҙә тағы бер Cemix заводы төҙөү тураһында һөйләшеп килеште. Уны сит ил инвестициялары менән хәл яйға һалынғандан һуң төҙөргә планлаштыралар; ➖ Республика аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу эштәрен тамамланы. Радий Хәбиров аграрийҙарға уңышлы урып-йыйыу кампанияһы өсөн рәхмәт әйтте һәм агросәнәғәт комплексы эшенең мөһимлеген, төбәктең юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүен билдәләне; ➖ Башҡортостанда 2025 йылдан федераль финанслауҙы йәлеп итеп алты мәғариф объекты төҙөлгән, уларҙың дүртәүһе – «ПроШкола» менән концессия килешеүе сиктәрендә. Радий Хәбиров Өфөлә билдәләнгән ваҡытҡа өс мәктәп төҙөлөшөн тамамларға ҡушты