Беҙҙең окоптағы егеттәр республикабыҙҙың һәм илдең төп көсө берҙәмлектә икәнен барыһына...
Беҙҙең окоптағы егеттәр республикабыҙҙың һәм илдең төп көсө берҙәмлектә икәнен барыһынан да яҡшыраҡ белә. Беҙ төрлө телдә һөйләшәбеҙ, йолаларыбыҙ ҙа төрлө. Әммә беҙ бергәләп дөйөм еребеҙҙе һәм дөйөм йортобоҙҙо дошмандарҙан һаҡлайбыҙ. Бергә алға барабыҙ, бергә киләсәк төҙөйбөҙ. Ә унда балаларыбыҙ, бөгөнгө кеүек үк, мотлаҡ татыу һәм дуҫ йәшәйәсәк. Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән, ҡәҙерле яҡташтар! Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы башлығы.