🍂 Мал-тыуар имен-аман ҡышлаһын өсөн, һыуыҡ төшкәнсе уларҙы аҫрау шарттары һәм аҙығы ту...
🍂 Мал-тыуар имен-аман ҡышлаһын өсөн, һыуыҡ төшкәнсе уларҙы аҫрау шарттары һәм аҙығы тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк. Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгестәре төп тәҡдимдәр әҙерләгән. Аҙбарҙа нимә эшләргә ❶ Ел өрөп торған урындарҙы ҡаплағыҙ һәм мал аҙбарын йылытығыҙ. Диуар, ишек һәм тәҙрәләрен тикшереп, ярыҡтарын томалағыҙ. ❷ Инженер системаларын тикшерегеҙ. Елләтеү, һыу биреү, канализация һәм электр менән тәьмин итеү системалары яҡшы эшләүенә инанығыҙ. ❸ Тәртип булдырығыҙ. Тағараҡтарҙы таҙартығыҙ, тиҙәкте сығарығыҙ, аҫтарына ҡоро һәм таҙа нәмә түшәгеҙ - ул йылы тотасаҡ һәм малдарҙы еүештән һаҡлаясаҡ. ❹ Санитар эшкәртеү яһағыҙ. Аҙбар эсен дезинфекциялағыҙ, бөжәк һәм кимереүселәргә ҡаршы саралар күрегеҙ - был инфекциялар барлыҡҡа килеүен кәметер. Хайуандарҙы ҡарау һәм туҡландырыу ❶ Хайуандарҙы яйлап ҡышҡы рационға күсерегеҙ. Туҡланыуға бесән, сенаж, силос һәм ҡатнаш аҙыҡ өҫтәгеҙ. Мал аҙығын ҡапыл үҙгәртеү аш һеңдереүгә бәйле ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. ❷ Гельминттарға ҡаршы дауалағыҙ һәм вакцина яһатығыҙ. Был мал-тыуарҙың һаулығын тикшерергә һәм ауырыу таралыу ҡурҡынысын иҫкәртергә ярҙам итер. ❸ Витамин һәм минералдарҙы тик ветеринар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына өҫтәгеҙ. Белгес кәрәкле өҫтәмәләрҙе хайуандарҙың хәленә һәм ихтыяжына ҡарап һайлаясаҡ. Мал торған урындарҙы эшкәртеү, малды тикшереү һәм вакцина яһау буйынса һорауҙар тыуһа - район ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итегеҙ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан