Баш ҡалабыҙҙа V Медиафорум башланды — 16 июня 2026 г. в 07:25:51.527
Баш ҡалабыҙҙа V Медиафорум башланды ✅Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республика киң мәғлүмәт сараларының V Медиафорумы старт алды. Уның девизы: «Барыһы ла Еңеү өсөн!». ✅Форумда 8 төбәктән вәкилдәр бар, 300-ҙән ашыу дәүләт һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары, хәрби хәбәрселәр, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм яңы медиа өлкәһендәге эксперттар йыйылды. Форумда Республика Башлығы ла ҡатнаша. ✅Бында ҡатнашыусыларҙы бер нисә тематик майҙансыҡ көтә. «Барыһы ла Еңеү өсөн!" секцияһында махсус хәрби операция шарттарында журналистарҙың эше, патриотик тәрбиә һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау тикшереләсәк. «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» майҙансығында һүҙ йәштәрҙе интернеттағы деструктив йоғонтонан һаҡлау, экстремизмға һәм заманса мәғлүмәт хәүефенә ҡаршы тороу хаҡында барасаҡ. "Яһалма зиһен"гә арналған секция ла эшләйәсәк. Эксперттар яңы технологияларҙың редакцияларға контент булдырырға, мәғлүмәт менән эшләргә һәм аудитория менән аралашырға нисек ярҙам итеүе хаҡында һөйләйәсәк.

