Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы тамамланды, бөтә илдән 78 ижади коллектив ... — 29 июня 2026 г. в 04:40:29.722
Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы тамамланды, бөтә илдән 78 ижади коллектив өйҙәренә — кемдер самолетта, кемдер поезда таралды. Фестиваль көндәре музыка, бейеүҙәр, сағыу халыҡ костюмдары һәм ихлас йылмайыуҙарға тулы булды. Балалар, элекке дуҫтары менән осрашты, яңыларын тапты. Был дуҫлыҡ һәм күңелле ваҡыт тураһында хәтирәләр улар менән оҙаҡҡа ҡалыр. Ә беҙ һеҙҙе тағы ла көтәбеҙ. Башҡортостандың ишектәре талантлы һәм үҙ эшенә ғашиҡ кешеләр өсөн һәр ваҡыт асыҡ!

