🛑 "Ял көндәрендә сират булыр" — 24 июля 2026 г. в 14:52:24.261
🛑 "Ял көндәрендә сират булыр" Бөгөнгө брифингта студия ҡунаҡтары Башҡортостандың Сәнәғәт, энерегетика һм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин, Транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков булды. ❗️– Өфөлә заправкаларҙа сиратта әле 900-ҙан ашыу машина иҫәпләнә. Үткән аҙна менән сағыштырғанда, хәл яҡшыраҡ. Муниципалитеттарҙа хәл ҡатмарлыраҡ. Мәҫәлән, Мишкәлә бер генә заправка һәм бары тик ашығыс хеҙмәттәр өсөн генә яғыулыҡ ҡалған. Кискә ҡарай районға яғыулыҡ килер. Шулай уҡ башҡа райондарға ла бензин барып етәсәк. Ял көндәрендә сираттар булыр, иң мөһиме – бензин бар, – тине Эдуард Мостафин. ❓Яғыулыҡҡа бәйле хәлдәр юл эштәре графигына йоғонто яһаймы? Был һорауға Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков яуап бирҙе. “Барлыҡ билдәләнгән пландар төҙөлөш миҙгелендә башҡарылырға тейеш. Уларҙы күсерә алмайбыҙ”, – тине ул. ♦️Бөгөн тура эфирҙа Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов урындағы хәл хаҡында һөйләне.

