Өфөлә тәүге тапҡыр БР хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре Союзы «Берҙәмлек бейеүе»күләмле б... — 31 августа 2026 г. в 12:26:57.576
Өфөлә тәүге тапҡыр БР хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре Союзы «Берҙәмлек бейеүе»күләмле бейеү флешмобын ойоштора. Бөгөнгө көндә Союзға Фәйзи Ғәскәров ансамбле, «Мираҫ», «Уралтау», «Түңгәүер», «Сибай» бейеү ансамблдәре һәм Стәрлетамаҡ бейеү театры инә. Флешмоб Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арнала. Сара милли кейем көнөндә - 2026 йылдың 11 сентябрендә 12.00 сәғәттә «Ватан» этнопаркында (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2а йорт) үтәсәк. Ҡатнашыуға үҙешмәкәр коллективтар саҡырыла, Рәсәйҙең теләһә ниндәй халҡының милли кейеме мотлаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм ҡатнаш составтар рөхсәт ителә, йәш сикләүҙәре юҡ. Флешмобтың хореографик материалын өйрәнеү өсөн музыкаль оҙатыу һәм видео һылтанма буйынса асыҡ: disk.yandex.ru/d/1lGDc3jY... Коллективтарҙан хеҙмәттәшлеккә әҙерлекте раҫлауҙарын һәм ҡатнашыусылар исемлеген 2026 йылдың 9 сентябренә тиклем bash.choreo@yandex.ru электрон адресына ебәреүҙәрен һорайҙар.

