📌 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим ҡарарҙар — 8 сентября 2026 г. в 07:21:16.371
📌 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим ҡарарҙар Радий Хәбиров ҡыҙының фажиғәле үлеме менән бәйле Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең элекке етәксеһе Александр Сидякиндың ҡайғыһын уртаҡлашты. Асҡын, Ауырғазы һәм Балаҡатай райондарында өс моделле китапхана асылды. Төбәк етәксеһе «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән учреждениелар эшенә видеоэлемтә аша старт бирҙе. Һуңғы биш йылда республикала яңы форматтағы 22 китапхана асылған. Башҡортостанда 148 учреждениела МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн түләүһеҙ нигеҙҙә спорт күнекмәләре үткәрелә. Радий Хәбиров муниципалитеттар башлыҡтарына – яугирҙар өсөн спорт менән шөғөлләнеү ваҡытын һәм урындарын билдәләргә, ә төбәк Хөкүмәтенә һанлы платформа булдырырға ҡушты. 2026 йылда Башҡортостанда һигеҙ муниципалитеттағы 55 баҡса ширҡәтенә юлдар тәртипкә килтерелә. Өфөлә, Нефтекамала, Иглин һәм Кушнаренко райондарындағы биш объектта эштәр тамамланған да инде. Ҡалған туғыҙ объект 40-90 процентҡа әҙер. Радий Хәбиров Нефтекамск ҡала округының Әмзә ауылындағы янғында өс баланың һәләк булыу сәбәптәрен асыҡларға ҡушты. «Хакимиәт нимә менән шөғөлләнгән, был ғаиләлә кемдәр булған, ғөмүмән, яуаплы кешеләр эшләгәнме-юҡмы – миңә еткерегеҙ. Был фажиғә барыбыҙға ла һабаҡ булырға тейеш», – тине республика Башлығы. Октябрьскийҙа спорт менән шөғөлләнеү һәм ял итеү өсөн күп функциялы үҙәк төҙөлә. Проект 50 метрлыҡ йөҙөү бассейнын, термаль СПА-комплексты, универсаль спорт залдарын, шулай уҡ 84 номерлы ҡунаҡхананы үҙ эсенә ала. Бассейнды 2027 йылда асырға планлаштыралар. «Геосаҡырыу» халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд теркәлгән. Ярыштар «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә дүртенсе тапҡыр, 28 августан 9 сентябргә тиклем Шишмә районының «Патриот» паркында үтә. Чемпионатта 40 команда көс һынаша. Радий Хәбиров Өфөнөң Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы мәктәбендә ремонт эштәрен тамамлауға бер ай ваҡыт бирҙе. «Мин унда 1 сентябрҙә булдым. Ремонтты тамамлауҙы, эшләнмәгән урындарҙы аҙағына еткереүҙе һорайым. Бер ай яҡшы срок, минеңсә, өлгөрөрһөгөҙ», – тине төбәк етәксеһе. «Сәләмәтлек поездары» был аҙнала республика райондары буйлап эшен тамамлай. Апрелдән 4 сентябргә тиклем табиптар 401 тораҡ пунктта 179 573 тикшереү үткәргән. 7-13 сентябрҙә күсмә медицина комплекстары Хәйбулла, Салауат, Дыуан, Бөрө һәм Шаран райондарында була.

