✨ «Урал» телестудияһынан ҡәҙерле Фәнүзә Дүсмөхәмәтоваға ҡотлау хаты! 💫 — 16 июля 2026 г. в 18:28:33.212
✨ «Урал» телестудияһынан ҡәҙерле Фәнүзә Дүсмөхәмәтоваға ҡотлау хаты! 💫 «Урал» телестудияһы коллективы Һеҙҙе 86 йәшлек тыуған көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлай! 🎈🌹 Һеҙ — беҙҙең яратҡан «Илһам минуттары» рубрикабыҙҙың ысын биҙәге һәм күңел түрендәге йондоҙо. Һеҙҙең ижадығыҙ, күңел түренән сыҡҡан матур шиғырҙарығыҙ — беҙҙең һәм тамашасыларыбыҙ өсөн ысын хазина. Экран аша еткергән һәр бер шиғри юлығыҙ, йылы ҡарашығыҙ тамашасыларҙың йөрәген нурға күмә, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Ошо гүзәл байрам көнөндә Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, күңел күтәренкелеге һәм яҡындарығыҙҙың хөрмәтендә оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Йөҙөгөҙҙән шатлыҡлы йылмайыу бер ҡасан да төшмәһен, ә ҡәләмегеҙ ҡаҡшамаһын! Тыуған көнөгөҙ менән!❤️🎉

