Сәләм — 10 июля 2026 г. в 05:33:55.791
Сәләм Бик һағынһаң, әсәй, мине, Мин килермен һиңә, килермен. Ҡышын һырма буран булып Һине иркәләп үтермен. Яҙын беҙҙең яҡтан ҡайтҡан Ҡыр ҡаҙынан сәләм әйтермен. Ләйсән ямғыр булып тамырмын, Йәйғор булып күккә менермен. Йәйен үлән, сәскә булып, Эҙҙәреңде үбеп ҡалырмын. Көҙөн һары япраҡ булып Устарыңа һинең яуырмын. Яндарыңда булып китермен, Мин килгәнде шулай белерһең. Автор: Мурзагалина Асма Сафеевна. Баймакский район Республики Башкортостан

