Управление сельского хозяйства администрации МР Кармаскалинский район РБ
Госорганы и учреждения · 5 ноября 2026 г.
Бар яҡлап та өлгөлө, иманлы ғаилә
Бар яҡлап та өлгөлө, иманлы ғаилә Иҫке Муса ауылында бер-береһенә терәк-таяныс булып, һоҡланғыс ғүмер кисереүсе Ралина һәм Фәһим Латиповтар йәшәй. Уңған хужаларҙың донъяһы балҡып тора. Күркәм йорт, уның эсендәге бөхтәлек, зауыҡлыҡ, гөл-сәскәгә күмелгән ихата, баҡса тултырып үҫтерелгән йәшелсә-емеш уларҙың тынғыһыҙлығы хаҡында һөйләйҙәр. Ә сәскәләр бында айырым бер донъя! Сәскәләр батшалығындағы матурлыҡҡа ҡарап күҙҙәр ҡамаша. Уларҙың ниндәй генә төрө юҡ: хозур раузалар, иҫ киткес матур гортензиялар, серле мультифлоралар һәм башҡалар. Латиповтар өлкән йәштә булһалар ҙа, кәзәләр һәм ҡош-ҡорт аҫрауҙы ла кәрәкле таба. Хужабикә кәзәнең шифалы һөтөнән тәмле сыр һәм ҡымыҙ эшләп яҡындарын һыйларға ярата. Ғөмүмән, был пар һәр атҡан таңға шатланып, барына шөкөр итеп йәшәй. Бала саҡтары һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән Латиповтар донъяның ҡыйынлыҡтарын күреп, эшһөйәрлеккә өйрәнеп үҫә. Улар башҡа үҫмерҙәр менән бер рәттән колхоз баҫыуҙарында утауға, бесән йыйырға йөрөйҙәр. Заманы шундай була. Был йылдар уларҙы сыныҡтыра ғына. - Атайым Бөйөк Ватан һуғышынан бер ҡулы ғәрип булып ҡайтһа ла, столяр цехында эшләне, ә әсәйем баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерҙе. Улар беҙҙе эшһөйәрлеккә өйрәтте һәм яҡшы уҡырға өндәне. Ғаиләбеҙҙәге балаларҙың барыһы ла юғары белем алдыҡ: өсөбөҙ ауыл хужалығы, икебеҙ авиация институттарын тамамланыҡ, ә нефть институтын бөткән Флүрә һеңлебеҙ техник фәндәр кандидаты булды. Барыбыҙ ҙа армияла хеҙмәт иттек, ә мин - Белоруссияла ракета ғәскәрҙәрендә, - тип һөйләне Фәһим Мирсәит улы. Ғаилә башлығы 1949 йылда Сахай ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Яҡшы уҡыған егет атаһынан төрлө эштәргә өйрәнеп үҫә, бигерәк тә ағас эшен ярата. Урта белем алғас, армия сафында хеҙмәт итә. Тыуған ил алдында бурысын үтәп ҡайтҡас, белемгә ынтылған егет үҙенең киләсәген ауыл тормошо менән бәйләргә теләп, ауыл хужалығы буйынса уҡырға барырға хыяллана. Уны тормошҡа ашырыу өсөн әҙерлек курсында уҡый һәм Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының агрономия бүлегенә уҡырға инеп китә. Ә Ралина Латипова – Ҡариҙел районы ҡыҙы. Ул да ишле ғаиләнән, ете баланан бишенсеһе. Ҡыҙ юғары белем алыуға ынтылып, алыҫ араларҙы яҡын итеп баш ҡалаға юллана. Юғары уҡыу йортона инеү өсөн әҙерлек курсын үтеп, зооинженер белгеслеге буйынса уҡырға инә. Әҙерлек курсында уҡ танышҡан егет менән ҡыҙ бер уҡыу йортоноң ике бүлегендә тырышып белем эстәйҙәр. Дуҫлыҡтары мөхәббәткә әүерелеп, улар 1974 йылда, дүртенсе курста өйләнешә. Тормоштарын йәмләп, бер йылдан мөхәббәт емештәре - ҡыҙҙары Эльвира донъяға килә. - Уҡыған осорҙа ла, эш башлағас та сабыйыбыҙҙы ҡәйнәм ҡарашты, уға ғүмерем буйы рәхмәтлемен. Диплом алғас, йәш белгестәр булып тормош иптәшемдең тыуған районына ҡайттыҡ, - ти Ралина Сәитғәли ҡыҙы. - Ленин исемендәге колхозға ебәрергә тейеш инеләр, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынсамы икән, “Бүләк” колхозына йүнәлттеләр. Ошо көндән башлап Иҫке Муса ауылы беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле ергә әйләнде. Мин агроном, ҡатыным зоотехник булып эшләй башланыҡ. Көндәр буйы эш өҫтөндә булдыҡ. Иген күп үҫте, ултырырға ла ваҡытым булмай ине. Мин икенсе агрономдан баш агрономға тиклем үрләнем, һәм колхоз рәйесе булып та эшләргә тура килде. Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшемде бер нисә йыл дауам иттем. Әле эшләү йылдарын, бергә эшләгән иптәштәрҙе һағынам, - ти ир ҡатынының һүҙҙәренә ҡушылып. Ралина Латипова ауыл хужалығында эшен тәүҙә селекционер, артабан зоотехник булып дауам итә. 1982 йылда яуаплы, тырыш ҡатынды етәкселек күреп, Иҫке Муса ауыл Советына рәйес итеп тәғәйенләйҙәр. Бында тиҫтә йылға тиклем хеҙмәт иткәс, Илтуған мәктәбенә эшкә күсә. Унда хаҡлы ялға тиклем балаларға биология һәм химия фәндәренән дәрестәр бирә. Йәштән дингә тартылған Ралина Сәитғәли ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, ғәрәпсә уҡырға өйрәнә, намаҙға баҫа. - Көндәр буйы эштә йөрөп, ҡайтып балаларҙы ҡарап, кире эшкә ашыға инек. Иртәле-кисле һыйыр һауып, башҡа малдарҙы ҡарайбыҙ. Ир эшеме, ҡатын эшеме, тип торманыҡ, ашарға бешереү, мал ҡарау булһынмы, кемебеҙ өлгөрә, шул бөтә эштәрҙе башҡарҙыҡ. Бер-беребеҙҙе аңлап,
Канал в каталоге Максиметера
23 подписчиков · Госорганы и учреждения