Управление сельского хозяйства администрации МР Кармаскалинский район РБ
Госорганы и учреждения · 5 ноября 2026 г.
килешеп йәшәнек. Балалар үҫә төшкәс, үҙҙәре бөтә эштә ярҙамлаштылар, - ти хужабикә ул ...
килешеп йәшәнек. Балалар үҫә төшкәс, үҙҙәре бөтә эштә ярҙамлаштылар, - ти хужабикә ул саҡтарҙы йылы хәтирәләр менән иҫләп. Латиповтар эштәрендә һәр саҡ алдынғылар рәтендә йөрөйҙәр. Уларҙың тырышлыҡтары һәр саҡ баһалана – был хаҡта Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һөйләй. - Халыҡ хужалығы күргәҙмәһенән дә (ВДНХ) Маҡтау ҡағыҙы бирҙеләр. Әммә мин грамота өсөн эшләмәнем, - ти уҙаман ир. Бәхетле пар йәшлек мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, уны һүндермәйенсә 52 йыл ғүмер юлынан бергә атлай. Улар ошо йылдар эсендә ике балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп, үҙ-аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған. Эльвира Өфө ҡалаһында география фәненән һәм башҡорт теленән уҡытыусы булып эшләһә, улдары Эльдар - инженер. Әлеге көндә нурлы өйҙәрен шат тауыштарға күмеп, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре Альбина, Дамир, Аделина ҡайтып тора. Шулай уҡ ейәнсәрҙәре Альбина Ләйлә һәм Әмир исемле бүлә-бүләсәр менән дә ҡыуандыра. Ғөмүмән, олатай менән өләсәй һәр береһенең ихтирамын һәм иғтибарын тойоп, уңыштарына һөйөнөп, шатлыҡтарын уртаҡлашып, бәхетле ғүмер кисерә. Аҫыл ғаилә - ихлас күңелле Латиповтар менән танышыуыма һөйөнөп, аралашыуҙан кинәнес алып ҡайттым. Алдағы көндәрҙә лә уларға һаулыҡ, күңел тыныслығы насип булһын. Фәниә Сәлимгәрәева. Автор фотолары.
Канал в каталоге Максиметера
23 подписчиков · Госорганы и учреждения