24 сентябргә йондоҙнамә
24 сентябргә йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Башҡаларҙың проблемаларын үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ, профессиональ мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнеү хәйерлерәк булыр. ♉️ Буға өгөн эштәр бер-береһен «баҫып» барыр, ә уларҙың яртыһын бөтөнләй тамамлап булмаҫ. ♊️ Игеҙәктәр Был көндө һеҙ тойған көсһөҙлөк арыуҙан килә. Саф һауала йөрөргә һәм ял итергә ваҡыт табырға кәрәк. ♋️ Ҡыҫала Туғандар һәм дуҫтар менән аралашыу конфликтлы хәлгә килтереүе мөмкин. Әгәр бергә ваҡыт үткәреүҙе бер нисә көнгә кисектереп тороу һәйбәтерәк тә булыр. ♌️ Арыҫлан Кем менәндер һөйләшеү – мәсьәләләр эш характерында булһынмы, әллә шәхси булһынмы – бик ауырға тура килер, шуға күрә – мөмкинлек бар икән, уларҙы тикшереүҙе күсереп тороу яҡшыраҡ. ♍️ Ҡыҙ Үҙегеҙҙең энергия запасын нисек тулыландырыу хаҡында уйағыҙ, бөгөн улар нулгә етергә мөмкин. ♎️ Үлсәү Бөгөн мөһим ҡарар ҡабул иткәндә ашыҡмағыҙ, хатта ул һеҙгә асыҡ кеүек тойолһа ла, «плюс» һәм «минус»тарын ентекле үлсәргә, шунан ғына вердикт сығарырға кәрәк. ♏️ Саян Иң мөһиме бөгөн – изге ниәттәр. Уларҙы ҡулланып, теләһә ниндәй – хатта иң ҡатмарлы – бурысты еңеп сығырға мөмкин, ул тәү ҡараштан – хатта икенсе ҡараштан да – үтәлеп булмаҫтай тойолоуы ихтимал. ♐️ Уҡсы Был көндө тирә-яҡтағыларҙың агрессивлығын иғтибарһыҙ ҡалдырыу яҡшыраҡ. ♑️ Ылаҡ Был ваҡытта һеҙҙә буласаҡ оҫта һөйләү һәм ышаныс уятыу һәләте хатта иң килешмәүсән оппоненттарҙы ла үҙегеҙҙең яҡҡа ауҙарырға мөмкинлек бирер. ♒️ Һыуғояр Бөгөн принциптарығыҙҙы, профессияла ла, шәхси тормошта ла үҙгәртергә кәңәш биреүселәргә ҡолаҡ һалырға ярамай. ♓️ Балыҡ Бөгөн ваҡиғалар боролошло – яҙмышты хәл итеүсе мәлгә әйләнергә мөмкин, айырыуса әгәр һеҙ хәҙерге тормош процестарын анализлап, уларҙан дөрөҫ һығымталар яһай алһағыҙ.