Ете ҡағиҙәне үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ!
Ете ҡағиҙәне үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ! Ҡолаҡтар таҙалығы. Тупаҫ, яуыз һүҙҙәрҙе ишетмәҫкә, ғәйбәт тыңламаҫҡа. Ҡулдар таҙалығы. Был артыҡ нәмәгә ынтылмау, башҡаларҙың өлөшөнә теймәү тигәнде аңлата. Хәлегеҙҙән килһә, мохтаждарға хәйер биреү, йәғни ярҙам итеү хуплана. Күҙҙәр таҙалығы. Күҙҙәрҙе насарлыҡтан, яуызлыҡтан һәм көнсөллөктән һаҡларға. Тел таҙалығы. Күп һөйләүҙән һәм ялған һөйләүҙән тыйылырға. Өндәшмәү — алтынға бәрәбәр. Тән һәм кейем таҙалығы. Тәнде лә, кейемде лә һәр саҡ таҙа тоторға кәрәк. Уйҙар таҙалығы. Баштан кире, яуыз уйҙарҙы ҡыуырға кәрәк. Үҙеңде йәлләп ултырырға ярамай. Киреһенсә, изге эштәргә үҙеңде дәртләндереп тороу яҡшыраҡ. Күңел һәм йөрәк таҙалығы. Яратырға һәм уның өсөн бер нәмә лә талап итмәҫкә. Был тормошто, кешеләрҙе, тирә-яҡты яратыу үҙе үк — бәхет!