27 авгусҡа йондоҙнамә
27 авгусҡа йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, үҙегеҙҙең һәләттәрегеҙгә һәм, шуның менән бәйле, ғәмәлдәрегеҙгә шик төшөрөргә ярамай — маҡсатҡа өлгәшеү өсөн тик үҙ-үҙеңә ышаныс кәрәк. ♉️ Буға Әгәр дуҫығыҙ йәки туғанығыҙ менән татыулашыу теләге күптән бар икән, уның менән бәхәсләшеү мораль яфаланыуҙар килтерә икән, бынан да уңайлы ваҡыт булмаясаҡ — бөгөн һеҙ уртаҡ телде еңел табырһығыҙ. ♊️ Игеҙәктәр Көн — айырыуса кис — дуҫтар менән осрашыуҙарға, свиданиеларға, кисәләргә, йөрөп килеүгә һәм кафела ултырыуҙарға уңайлы. Бындай — бөтә йәһәттән дә иҫ киткес — аралашыуҙан оҙаҡҡа етерлек яҡшы тәьҫораттар ҡалыр. ♋️ Ҡыҫала Янығыҙҙағы кешеләр тураһында насар уйларға ғына түгел, хатта насар һөйләргә лә кәңәш ителмәй, юғиһә һәр ваҡыт башланғыс нөктәһенә әйләнеп ҡайтҡан бумеранг оҙаҡ көттөрмәҫ. ♌️ Арыҫлан Икеләнерлек хәлгә тарығанда, булған хәлдә ғәйеплеләрҙе эҙләргә һәм уларҙы билдәләргә ярамай — бары тик үҙ ғәйебеңде таныу ғына мәсьәләне тиҙ һәм, иң мөһиме, уңышлы яйға һалырға мөмкинлек бирер. ♍️ Ҡыҙ Бөгөн бер ниндәй — айырыуса финанс — хәүефкә барырға ярамай, уны изге эш тип атап булмаҫ — юғалтыуҙар табыштарға ҡарағанда күберәк булыр тигән хәүеф бик ҙур. ♎️ Үлсәү Көн ҡыйыу аҙымдар яһау өсөн уңайлы — кәсеп өлкәһендә лә, шәхси тормошта ла. Әгәр был өлкәләрҙә нимәнелер үҙгәртергә, эш урынын алмаштырырға йәки мөхәббәтте танырға күптән йыйынаһығыҙ икән, һеҙҙең ваҡыт етте. ♏️ Саян Һуңғы ваҡытта һеҙгә тынғылыҡ бирмәгән мөһим һорауға яуапты өҫтән ебәрелгән билдәләр бирер, хәлде асыҡлар өсөн нимә күрәһегеҙ һәм ишетәһегеҙ — барыһына ла иғтибарлы булығыҙ. ♐️ Уҡсы Өлкән йәштәге туғандар менән аралашыу өсөн яҡшы көн. Уларҙың ваҡытын һәм иғтибарын бүлгән өсөн рәхмәт йөҙөнән улар һеҙгә ғаиләгеҙҙең үткәненән ҡыҙыҡлы — һәм хәҙерге тормош шарттарында мөһим — тарих һөйләр. ♑️ Ылаҡ Яҡындарығыҙҙың береһе лә аптырамаҫ, әгәр һеҙ көндө генә түгел, кисте лә эшкә бағышларға ҡарар итһәгеҙ, тап бына шуның өсөн дә кәсеп эштәре хайран ҡалырлыҡ еңел барыр — гүйә, май өҫтөндәге кеүек. ♒️ Һыуғояр Был көндә булыуы ихтимал ваҡ-төйәк уңышһыҙлыҡтарға иғтибар итмәгеҙ — иртәгә һеҙ уларҙы иҫкә лә төшөрмәҫһегеҙ, шуға уларға үҙегеҙҙең ҡәҙерле нервы күҙәнәктәрен сарыф итергәме ни? ♓️ Балыҡ Аҡса менән һәр ваҡыт ихтирамлы — йәғни мөмкин тиклем һаҡсыл — мөғәмәлә итергә кәрәк, ләкин был көндә айырыуса — исраф итеү насар билдә булырға мөмкин, ул бюджетығыҙҙа етди тишек яһар.