26 авгусҡа йондоҙнамә
26 авгусҡа йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Бөгөн эштә деталдәргә иғтибар талап ителә. Тик ялҡау кеше генә бер юлы ун эште башлай, ә һин ундайҙар рәтендә түгелме? Шешлек бешерергә сыҡһаң, мангалдың тимере йылынғанмы-юҡмы икәнен тикшереп тор. ♉️ Буға Маҡсаттарыңа тоғро бул, сөнки эргә-тирәләгеләр һине үҙҙәренең «гениаль идеялары» менән тонсоҡторорға маташыр. Яҡындарың менән һөйләшкәндә түҙемле бул. ♊️ Игеҙәктәр Телең асылып китһә, һүҙҙәр бөгөн нефть скважинаһы кеүек урғылыр. Эш буйынса шундай тәҡдимдәр башыңа килер — хатта үҙең дә аптырарһы. Кискеһен дуҫтар менән осрашыу мотлаҡ: кемдер аҡса алып торғанын кире ҡайтарыу тураһында хәтерләр. ♋️ Ҡыҫала Өйҙә тәртип урынлаштыр. Иртәнсәк һауыт-һаба йыуыу — ул көнө буйына етерлек ыңғай карма. Финанс мәсьәләләрендә айыҡ аҡыл менән эш ит. ♌️ Арыҫлан Инициативаны ҡулыңа ал, эштә һине маҡтап арҡанан ҡағырҙар. Карьера баҫҡысы буйлап үрләү өсөн ыңғай көн. ♍️ Ҡыҙ Һаулығыңды ҡайғырт. Йөкләмәне бүлеү тигән нәмә бар: коллегаңа үҙ эшеңде тапшырыҡ файҙалы булыр. Кис яратҡан хобби менән шөғөлләнеү отошлораҡ. ♎️ Үлсәү Эшкә ижади ҡараш талап ителә. Коллегаларың идеяларыңды хуплар. Мөнәсәбәттәрҙә бәхәсләшмәҫкә тырыш: иң дөрөҫө — ризалашып баш ҡағыу, ә һуңынан барыбер үҙеңсә эшләү. ♏️ Саян Элекке эштәрҙе ослап ҡуй. Яңы проекттарға бөгөн тотонма — улар барыбер барып сыҡмаҫ, энергияңды әрәм-шәрәм итмә. Шәхси тормошта һығылмалыраҡ булырға кәңәш итә йондоҙҙар. ♐️ Уҡсы Яңы танышлыҡтар көтә. Кемдер һиңә урамда сәләм бирер — ул һинең фортунаңдыр, бәлки, бурысын ҡайтарып бирергә теләгән кешеһелер. Эште коллектив команда менән эшләгеҙ. Кисен ял ит, сөнки иртәгә тағы әллә нимәләр планлаштырып ҡуйғанһыңдыр әле. ♑️ Ылаҡ Көндө секундомер менән бүл, эш күп булыр. Һөйләшкәндә пауза яһа — оппонент ҡурҡып ҡалһын. Шәхси тормошта көтөлмәгән сюрприздар булыр. ♒️ Һыуғояр Идеяларың шул тиклем шәп, хатта патент алырға мөмкин. Дустарың менән аралашҡанда бюджетты онотма: «мин түләйем» тигән һүҙҙәрҙе ауыҙ асып әйтеүең була, счеттағы бөтә аҡсаң елгә осасаҡ. Ләкин ҡайғырма, дуҫлыҡ валютанан ҡиммәтерәк. ♓️ Балыҡ Үҙеңде үҫтереү менән шөғөллән. Ни өсөн беҙ ерҙә торабыҙ — ошо хаҡта булһа ла уйлан, мәҫәлән. Төшкө аш алдынан медитация яһа. Кисен яҡындарың менән аралашыуға ваҡыт бүл.