Һайлауҙар осоро етә,
Һайлауҙар осоро етә, Әҙәм баһаһы артты. Кеше хәҙер алтынға тиң: Йәше, ҡатын-ҡыҙ, ҡарты... Депутатҡа ынтылғандар Өлтөрәшеп торалар. Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, Тау-тау план ҡоралар. Льготалар, ташламалар Булһын тип, тырышалар. Вәғәҙәләр оса ғына, Бер-берен уҙышалар. Кемгә утын, кемгә бесән, Ял йортона йүнәлтмә... Хәстәрләйҙәр инде, малай, Кереп төрлө һүрәткә. Байрам өсөн сәбәбен дә Табып ҡына торалар. Ордендарын, миҙалдарын Тағып ҡына торалар. Шундай саҡта важный итеп Тоя һайлаусы үҙен. Буласаҡ депутаттарға Һөйләп ҡала ул һүҙен. Һайлауҙар үтһә, «ялсылар» Оноталар халыҡты. Тотоналар ҡайғыртырға Үҙҙәренең тамаҡты. Әллә, мәйтәм, һайлауҙарҙы Үткәрергәме йыл да? Кешенең бәҫе арта бит Һайлауҙар осоронда. Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ. 3.08.2026й. Мултаново.