Өлөш бүлеү
Өлөш бүлеү Табында ризыҡ бүлеү ҙә оҫталыҡ талап итә. Йола байрамдарында, ҡунаҡ йыйған табында өлөш һөйәге тоттороу — үҙе бер йола атҡарыу ул. Һәр өлөштөң символик мәғәнәһе бар. Ҡош итен бүлгәндә, мәҫәлән, ҡыҙҙарға ҡанат биреү — уларҙың ата йортонан тиҙерәк кейәү йортона күсеүен, малайҙарға тояҡ (бот) биреү — уларҙың ил гиҙеүен, күпте күреп, аҡыл туплауын теләү ул. Табында өлөш бүлгәндә, һәр кемдең йәмғиәттәге һәм ғаиләләге урыны иҫәпкә алына, иерархия тәртибе күҙәтелә. Өлөшкә бәйле әле әйтелгәндәр һәм тояҡлы малды, ҡошто билдәле һандағы өлөштәргә бүлеү йолаһының тотороҡлашыуы — халыҡтың һунарсылыҡ, унан малсылыҡ кәсебе менән борондан шөғөлләнеүенән, табышты уртаҡлашып ашау, шул уҡ ваҡытта һәр кемдең булдыҡлылығын иҫәпкә алыу ғәҙәтенән килә. БХИ, 1-се том, Өфө, 1995.