10 октябргә йондоҙнамә
10 октябргә йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Теләһә ниндәй мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк төп «ҡорал» — ул үҙеңә һәм үҙ көсөңә ышаныс. Унан башҡа һеҙгә бөгөн хатта иң ябай бурыстарҙы ла хәл итеү мөмкин булмаҫ. ♉️ Буға Яңы эштәргә тик элеккеләре тамамланып, тулыһынса «ябылғандан» һуң ғына тотонорға мөмкин, юғиһә бер нимәгә лә өлгәшеп булмаҫ — «ҡойроҡтар» артҡа тарта һәм бер ни ҙә эшләргә бирмәй. ♊️ Игеҙәктәр Ҡуйылған маҡсатҡа алдан уйланылған тактика һәм стратегия ярҙамында өлгәшергә мөмкин, шуға күрә ниндәй көс менән теләгәнгә өлгәшәсәгегеҙҙе билдәләргә кәрәк. ♋️ Ҡыҫала Бөгөн башланғыстар төрлө яҡлап хуплана, шуға күрә уны инициатива күрһәтергә мөмкин — профессиональ өлкәлә генә түгел, шәхси тормошта ла. ♌️ Арыҫлан Көтөлмәгән, әммә тулыһынса лайыҡлы финанс килеме тупланған матди проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирә, шуның менән бергә үҙеңде бәләкәй, әммә бик күңелле бүләк менән ҡыуандырырға ла мөмкин. ♍️ Ҡыҙ Һуңғы ваҡытта һеҙ ныҡ тырышып эшләнегеҙ, шуға күрә бөгөн көндө, эш аҙнаһы аҙағына табан барыуын иҫәпкә алып, ялға бағышларға мөмкин һәм кәрәк. ♎️ Үлсәү Алданыу ҡорбаны булыу ихтималлығы ҙур, етмәһә, ялған мәғлүмәтте һеҙгә коллегалар ҙа, яҡын кешеләр ҙә бирә ала, һөҙөмтәлә хатта бәләкәй генә ялған да етди проблема сәбәбенә әйләнергә мөмкин. ♏️ Саян Ҡурҡыу — изге эш икәненә бөгөн үҙ тәжрибәгеҙҙә инанырһығыҙ: ҡәтғи аҙымдар яһағанда, барыбер алдан иҫәпләп, уларҙың һуңғы һөҙөмтәһен күҙ алдына килтерергә кәрәк. ♐️ Уҡсы Бөгөн теләһә ниндәй — хатта бик ҡатмарлы — эшкә тотонорға мөмкин: уңыш һеҙҙең яҡта булыр, һәм һеҙ барыһын да йырып сыға алырһығыҙ, үҙ көсөгөҙгә шикләнмәгеҙ. ♑️ Ылаҡ Көн һөйләшеүҙәр өсөн уңайлы: әңгәмәселәр теләһә ниндәй тәҡдимегеҙҙе — кисә ишетергә теләмәгәндәрен дә — хуплаясаҡ. ♒️ Һыуғояр Креатив идеялар һеҙҙең башығыҙға шул тиклем күп килер, уларҙы яҙып ҡына өлгөр — уларҙы хатта ижадтан иң алыҫ булған — мәҫәлән, техник — өлкәләрҙә лә ҡулланырға мөмкин. ♓️ Балыҡ Яҡын кешеләр сабырлығығыҙҙы һынаһа ла, үҙегеҙҙе ҡулда тоторға һәм уларҙың һүҙҙәренә һәм эштәренә яуап бирмәҫкә кәрәк — һөҙөмтәлә килеп сыҡҡан ыҙғыш һеҙгә хәҙер — ғөмүмән, һәр ваҡыттағыса — кәрәкмәй.