Бөгөн ҡамҡа бөжәге көнөн билдәләйҙәр⤵️ — 13 июня 2026 г. в 06:00:38.112
Бөгөн ҡамҡа бөжәге көнөн билдәләйҙәр⤵️ 🔺Донъяла ҡамҡаның 6 меңдән ашыу төрө бар. Улар ҡыҙыл ғына түгел, ә һары, ҡыҙғылт һары, ҡара һәм хатта алһыу төҫтә лә була. 🔺 Бер ҡамҡа үҙ ғүмерендә 5 меңгә тиклем үлән бетен юҡ итә ала. Шуға күрә баҡсасылар уны үҫемлектәрҙе һаҡлаусы файҙалы бөжәк тип иҫәпләй. 🌿 🔺 Тағы ла бер ҡыҙыҡ факт: күптәр уйлағанса, арҡаһындағы нөктәләр һаны уның йәшен күрһәтмәй. Нөктәләр һаны ҡамҡа ҡуңыҙының төрөнә бәйле 🔺 Башҡорт теле һөйләштәрендә был бөжәктәрҙең 37 төр атамаһы билдәле. Ә һеҙҙең яҡтарҙа уны нисек атайҙар?

