"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм
КаналПубликации канала
Лента канала🏒Бөгөн “Салауат Юлаев” һәм “Сочи” командалары осраша. 🥅Континенталь хоккей лигаһындағы даими чемпионат барышында уҙғарылған матч Өфө ваҡыты менән 21:30 сәғәттә башлана. Уны БСТ телеканалы тура эфирҙа күрһәтә.
158🎶Йәштәр ижады Данир Ирғәлин һәм Вилиә Кучукова яңы йыр тәҡдим итә - «Һөйөүем минең, ғүмерем минең». Нисек һеҙгә был йыр?
817Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды. Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм сығарыуға сикләүҙәр бөтөрөлдө.
707✅ Башҡортостанда яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыуына арналған саралар үтә. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренә бағышланған программа 23 октябргә тиклем дауам итә. Тамаша, спорт ярыштары, патриотик акциялар уҙғарыла. Бөгөн республика музейҙарында “Беҙ бергә!” акцияһына старт бирелә. Башҡортостан Милли музейында “Өйгә юл” тигән кинолекторий. ✅Өфөнөң Еңеү паркында “Рәсәй менән мәңгегә” тигән флешмоб була. Бөгөн төштән һуң ҡала урамдарында автосәфәр үтә. 16:00 сәғәттә “Ватан” паркында “Бергә еңербеҙ” тигән флешмоб старт ала. ✅ Бөгөн республикала “Йәйәүле” операцияһының һуңғы көнө. Автоинспекторҙар юл йөрөү ҡағиҙәләре үтәлешенә иғтибар итә. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп янындағы юлдар, үткәүелдәр контролдә тотола.
890🍁Хәйерле иртә! Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, башлыса яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы республикала +17, +22; Өфөлә +18, +20 градус йылы.
1 023Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе иғлан ителде. Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеү һәм осороу ваҡытлыса туҡтатылды. Иғтибарлы булығыҙ.
1 178
Подписчики
4 437
Публикации
2 680
Обновление
30 сентября 2026 г.
Первая публикация
27 мая 2026 г.
Активность канала
За 7 дней
19
публикаций
За 30 дней
81
публикаций
Просмотров за 90 дней
308 950
Ср. просмотров на пост
1 304