🎒 «Һеҙ мине беренсе класҡа оҙатҡайнығыҙ…» — 18 июля 2026 г. в 12:47:00.584
🎒 «Һеҙ мине беренсе класҡа оҙатҡайнығыҙ…» Был һүҙҙәрҙе МХО ветераны Фәрит Миһранов Стәрлетамаҡ районының «Башаҡ» балалар лагерында үткән «Батырлыҡ дәресе» ваҡытында ишетә. Уның янына Әминә исемле ҡыҙ килеп, ике йыл элек булған осрашыуҙы иҫенә төшөрә. 2024 йылда Фәрит Абдрахман улы Әминәне беренсе мәктәп тантанаһына оҙатып барған, сөнки ул ваҡытта ҡыҙҙың атаһы Махсус хәрби операция биләмәһендә була. Бөгөн Әминә инде өсөнсө класҡа күскән, ә атаһы һаман да хәрби бурысын үтәй. Фәрит Миһранов өсөн был осрашыу көтөлмәгәнсә йылы һәм тулҡынландырғыс була. Аталары алғы һыҙыҡта булған балаларҙы беренсе класҡа оҙатыу ниәте Башҡортостанда республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән барлыҡҡа килә. 2023 йылда ул муниципалитет етәкселәренә ошондай беренсе класс уҡыусыларын тормоштарындағы иң мөһим көндәрҙең береһендә шәхсән оҙатып барыуҙы һәм уларға ярҙам күрһәтеүҙе йөкмәткән. 📋Сығанаҡ: Башҡортостандың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы төркөмө