Бөгөн коллегабыҙ Рәсимә Ғәйнетдинованың күркәм юбилейы.
Бөгөн коллегабыҙ Рәсимә Ғәйнетдинованың күркәм юбилейы. Рәсимә Рәис ҡыҙы һәр ваҡыт яңы, креатив идеялар менән янып йәшәгән, үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Уның ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тапшырыуҙары, үҙенсәлекле проекттары тыңлаусылар күңеленә күптән юл тапты һәм уларҙы даими һөйөндөрөп тора. Эштә уңған хеҙмәттәш кенә түгел, ә ғаиләһендә хәстәрлекле әсәй һәм ҡатын. Тормош иптәше менән Камила исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Рәсимәнең тағы ла бер матур шөғөлө бар: ул баҡса үҫтерергә, гөл-сәскәләр тәрбиәләргә ярата. Уның ихатаһында ла, күңелендә лә һәр ваҡыт матурлыҡ хакимлыҡ итә, сәскәләр ата. Матурлыҡ көнөндә тыуған коллегабыҙға матур тормош юлы, емешле ижад теләйбеҙ.